+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2019, 11:15

Ҡарһылыуҙар парадына рәхим ит

Өсөнсө ғинуарҙа Өфөлә Ҡарһылыуҙар парады үтә. Ул, 14 сәғәттә баш ҡаланың Совет майҙанында башланып, Ҡунаҡһарайға тиклем дауам итәсәк.

Унда Ҡарһылыуҙарҙың флешмобы, йыл Ҡарһылыуын һайлау һәм ҙур концерт көтөлә. Парадта 1000-ләгән Ҡарһылыу ҡатнашырға теләк белдергән.
– Бындай хәл Рәсәйҙә түгел, доньяла булғаны юк,– тип яҙалар социаль селтәрҙәрҙә.
Парадта геройҙарына ҡыйбатлы бүләктәр әҙерләнгән. Уның араһында 100 мең һумлыҡ приз, республика шифаханаларына юллама һәм баш ҡала ҡунаҡханалырының береһенә романтик осрашыу өсөн сертифкат та бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: