+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 16:28

Киләһе йыл Бабичҡа – 125

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров азатлыҡ шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Документ буйынса, 2020 йылда юбилей сараларын үткәреү өсөн республика ойоштороу комитеты төҙөләсәк. Был сараны үткәреү планы Башҡортостан Хөкүмәтенә йөкмәтелгән.
Шәйехзада Бабич күренекле йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, башҡорт милли хәрәкәтенең башында торған шәхес, “Башҡорт” гәзите мөхәррире, “Тулҡын” бөтә башҡорт йәштәре берлеге рәйесе.
Шағир Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе, хәҙерге Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуып үҫкән. Тәүге белемде тыуған ауылында, үҙенең атаһынан - указлы мулла Мөхәмәтзәкирҙән – ала. Унан һуң Ғәлиә мәҙрәсәһендә уҡый, ҡаҙаҡ далаларында балаларға белем бирә.
Шәйехзада Бабич 1917 йылда башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла. 1918-19 йылдарҙа башҡорт ғәскәрендә хәрби хәбәрсе булып эшләй. Баймаҡ районы Темәс ауылында ул эшләгән нәшриәт өйө әле лә һаҡлана.
Азатлыҡ шағиры 1919 йылда, хәҙерле Йылайыр районы биләмәләрендә вәхшиҙәрсә үлтерелә. Ул был донъяла ни бары 24 йыл йәшәһә лә, ҡалдырған шиғриәте, дәүләт хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Бабич хаҡында тәүге нәфис фильмды режиссер Булат Йосопов төшөрҙө. Картина Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерләнгән ваҡытта киң даирә тамашасылар хөкөмөнә сыҡты һәм юғары баһа алды.
Быйыл 28 июндә, Бөтә донья башҡорттар ҡоролтайы йыйылған көндө, Өфөлә шағирға һәйкәл асылды. Ул башҡаланың Салауат Юлаев майҙаны башланған урында ҡуйылды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: