+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 18:50

Сибай институтының бейеү ансамбле – төрлө бәйгеләр еңеүсеһе

Сибай институтының “Сармат” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Байыҡ” республика телевизион конкурсында ҡатнашҡан берҙән-бер уҡыу йорто коллективы ине. Быйыл бейеү конкурсына тәүге тапҡыр үҙенең ансамблен Өфө нефть-техник университеты ла сығарҙы.

Электән ҡатнашыусы булараҡ, төрлө йылдарҙа Гран-при һәм призлы урындар алған “Сармат” ансамбле был юлы бәйгенең дипломы һәм махсус статуэткаһына лайыҡ булды. Ансамбль 2007 йылда барлыҡҡа килгән. Ул төрлө йылдарҙа “Студент яҙы” фестиваленең еңеүсеһе була. Коллективтың репертуарында “Аҡбуҙат”, “Гөлнәзирә”, “Питрәч таҡмаҡтары”, “Башҡортостан йәшлеге”, “Елән”, “Ҡыҙҙар байығы” һәм башҡа хореография композициялары ла бар. Бөгөнгө көндә ансамблде Гүзәл Әсәҙуллина етәкләй.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: