0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Декабрь 2019, 16:25

Сибайҙар башҡорт әҙәбиәте классиктарының китабын сығарған

БДУ-ның Сибай институты Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры менән берлектә әҙәбиәт классиктарының әҫәрҙәренән торған аудиокитаптар сығарған. Унда 106 әҫәр яҙҙырылған.

Шиғыр, проза, хикәйә һәм башҡа әҙәби жанрҙарға ҡараған яҙмалар ике телдә – башҡорт һәм рус телдәрендә яңғырай. Уҡыусылар, бигерәк тә йәштәр был проекттың бик уңайлы булыуын билдәләгән. Сөнки аудиокитап яратҡан яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен төрлө шарттарҙа – юлда ла, өйҙә лә тыңлау мөмкинлеге бирә. Проекттың сайты бик ябай, китап менән мәктәп уҡыусылары ла, оло йәштәгеләр ҙә берҙәй ҡуллана ала. Аудиокитапҡа ингән әҫәрҙәрҙе Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары уҡыған. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллин, Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Йосоповаларҙың тауышын ишетергә мөмкин. Проект Рәсәй Президенты гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылған.
Ошо көндәрҙә, баҫма хеҙмәткәрҙәренең Сибайға сәфәре барышында, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы менән Сибай институты араһында ижади хеҙмәттәшлек хаҡында һөйләшеү булды. Уҡыу йорто тураһындағы материалдарҙы журнал сайтында һәм беҙҙең баҫмала күҙәтеп барығыҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: