+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 18:15

Журнал фотохәбәрсеһенең күргәҙмәһе асылды

5 декабрҙә “Башҡортостан ҡыҙы” журналының фотохәбәрсеһе Александр Данилов менән коллегаһы Алик Хәсәновтың “Hampton” ҡунаҡханаһында фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды. Төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фоторәсемдәр республикабыҙ тәбиғәтенә арналған, уның үҙенсәлекле мөйөштәре менән таныштыра.

Өфөгә килгән сит ил туристары, эшлекле кешеләр һәм юлаусыларға фотолар аша Башҡортостан менән таныша ала. Был проекттың идеяһы ла шунан ғибәрәт. “Hampton” ҡунаҡханаһы директоры Владмир Шувалов, киләсәктә лә был концепцияны үҫтереү яғында. Урындағы рәссамдәр, фотохәбәрселәр менән ижади хеҙмәттәшлектең дауамы емешле булыр тип уйлайым, тине ул күргәҙмәне асҡан ваҡытта.
Александр Данилов 1982 йылдан алып республика баҫмаларында фотохәбәрсе булып эшләй. 2011 йылдан уның фотоһүрәттәре «Башҡортостан ҡыҙы” журналын биҙәй.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: