+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 18:25
«Һеҙҙең кеүек бер ҡыҙ мин»
«Мин – башҡорт ҡыҙы. Ожмахтай матур ерҙә – Раевка ауылында тыуғанмын. Йәйҙәрҙе шунда өләсәйем менән олатайым янында үткәрә торғайным. Дүрт кенә йәшлек сағымда эңер төшөп килгәндә көтөүҙән һыйырҙы ҡаршы алыуҙарым хәтеремдә. Мин – һеҙҙең кеүек бер ҡыҙмын...» – Рәсәй һәм донъя гимнастикаһы тарихында алтын эҙ ҡалдырған яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева кисә «Өфө уттары» комплексындағы осрашыуын шундай һүҙҙәр менән башланы.
Популяр телетапшырыуҙар алып барыусы, модель, уңышлы бизнес-леди, тормош юлдашы Павел Воля менән ике бала тәрбиәләүсе Ләйсән сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәүсе, һаулыҡты яҡшыртыу, ябығыу буйынса программалар авторы булараҡ та билдәле. Бәхетле булыу, уңышҡа ынтылыу өсөн иң беренсе сиратта сәләмәтлек кәрәк, ти яҡташыбыҙ. Аяҡ табандары сарпаҡланғас, алты операция үткәргән һәм яңынан ҙур спортҡа ҡайтып, балҡырлыҡ көс тапҡан һылыу өсөн һаулыҡ – ҙур байлыҡ. Әсәһен бик иртә юғалтҡан ҡыҙ ғүмер ҡәҙерҙәрен дә яҡшы белә. «Роберт улымдың, Сафия ҡыҙымдың мине юғалтыуын теләмәйем. Шуға һаулығымды күҙәтәм. Мин шулай уҡ һеҙҙең балаларығыҙҙың да әсәйһеҙ ҡалыуын теләмәйем һәм үҙегеҙҙе, сәләмәтлегегеҙҙе һаҡларға саҡырам», – тине ул. .
Дөрөҫ туҡланыу, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу, спортты тормошоңдоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләндереү хаҡындағы кәңәштәре – береһе лә ҡайҙандыр күсерелмәгән, үҙ яҙмышынан, тәжрибәһенән алынған. Халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙының өфөләр менән тулҡынландырғыс осрашыуы хаҡында журналыбыҙ биттәрендә уҡырһығыҙ.
Александр Данилов
фотолары.
Автор:
Альмира Кирәева
Читайте нас: