+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 14:35

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең 100 йыллығын билдәләне

Башҡортостан һәм күренекле әҙибебеҙ Мостай Кәрим менән бер осорҙа тыуған театрыбыҙҙың тарихы бөтә республика халҡының яҙмышына бәрәбәр. Бер быуат эсендә халҡының рухи доньяһын байытыусы башҡорт театрының да Рәсәй кимәлендә үҙ урыны һәм абруйы бар.

Репрессиялар дәүерендә, һуғыштарҙа һәләтле актерҙарын юғалтып, халҡының ауыр яҙмышын уртаҡлашһа ла, театр милли сәнғәт доньяһын яңы кимәлгә күтәреүгә өлгәште. Төрлө йылдарҙа илдең юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды, абруйлы артистар быуынын үҫтерҙе.
100 йыллыҡ юбилей тантанаһы иҫтәлекле ваҡиғаларҙан башланды. Театрҙың бер быуатлыҡ юбилейына ике телдә баҫылған китап донья күрҙе. Айһылыу Сәғитова һәм Гөлсәсәк Саламатова авторлығында сыҡҡан баҫма театр сәнғәтенең быға тиклем билдәһеҙ яҡтарын тасуирлай, ҡыҙыҡлы факттарға туҡтала.
Быйыл республиканың мәҙәниәт учреждениелары “Берҙәм Рәсәйҙең” партияһының “Тыуған яҡ мәҙәниәте” проекты сиктәрендә яңы автобуслы булды. Шул иҫәптән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына ла гастролдәргә сығыу өсөн бөтә уңайлыҡтары булған өр яңы траснпорт тапшырылды.
Театрҙың бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы бер төркөм артистар республикабыҙҙың юғары наградаларына лайыҡ булды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡулынан почетлы исемдәр алыусылар араһында театрҙың йөҙөҡ ҡашы булған гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине. Яратҡан артисткабыҙ Илһөйәр Ғизетдинова Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде, Башҡортостандың халыҡ артисы тигән почетлы исемгә Гөлнара Әмирова, Алһыу Ғәлина, атҡаҙанған артист исеменә Римма Ҡаһарманова лайыҡ булды. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаеваға Ырымбур театры махсус бүләген – ырымбур шәлен – тапшырҙы.
Яратҡан театрыбыҙҙың юбилейы ул – уның бер быуатлыҡ тарихына байҡау һәм уға хөрмәт билгеһе күрһәтеү өсөн ҙур мөмкинлек.
Автор:Гульнур Ишбулатова
Читайте нас: