+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 14:20

Китап нәшриәтенә – 100, Яҙыусылар союзына – 85!

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров быйыл Зәйнәб Бииишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең 100 йыллығы һәм яҙыусылар берлегенең 85 йыллығын билдәләү хаҡындағы Указға ҡул ҡуйғайны.3 декабрҙә “Башҡортостан” концерт залында үткәрелгән тантаналы сара бик күп китап һөйөүселәрҙе һәм ижад кешеләрен бергә йыйҙы. Бер быуатлыҡ тарихы булған нәшриәт һәм яҙыусылар өсөн дә был – үтә лә дәрәжәле байрам.

Ике ҙур ойошманың юбилей саралары бергә үткәрелгәнлектән, унда Рәсәй төбәктәренән дә байтаҡ ҡунаҡтар ҡатнашты. Үҙҙәренең коллегаларын ҡотларға күрше Татарстан, Удмуртия, Чечен Республикаһы, Дағыстан, Ҡаҙағстан, Беларуссия тарафтарынан нәшриәт етәкселәре һәм яҙыусылар килде. Беларуссиянан килгән яҙыусы башҡорт авторҙарының беларус теленә тәржемә ителгән шиғырҙары баҫылған журнал бүләк итте. Ә Татарстан нәшриәтселәре, йылда башҡорт телендәге бер китап Татарстанда, татар телендәгеһе Башҡортостанда сығып торһон, тигән теләк белдерҙе.
Сәхнәнән республика әҙиптәре ижадында, булмышында ҙур роль уйнаған ике ойошманың тарихына байҡау яһалды. Тамаша сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
“Китап” нәшриәте – нәфис әҙәбиәт, уҡыу әсбаптаре, ғилми-популяр, балалар әҙәбиәте һәм башҡа баҫма продукция сығарыусы эре предприятиеларҙың береһе. Ул – Рәсәйҙә милли телдәрҙә китап сығарыусы иң боронғо нәшриәт. Предприятие 1919 йылда Стәрлетамаҡта үткән Бөтә башҡорт йыйында Башҡорт АССР-ның гәзит-журналдар баҫыусы Башҡорт дәүләт нәшриәте булараҡ барлыҡҡа килгән.
Республиканың Яҙыусылар берлеге үҙенең тарихын 19 быуатта уҡыу йорттарында ойошторолған әҙәби түңәрәктәрҙән башлаған. 1934 йылда, Совет яҙыусыларының беренсе съезынан һуң, Башҡорт АССР-ның яҙыусылар берлеге төҙөлә. Уның тәүге рәйесе – Афзал Таһиров, урынбаҫары – Ғабдулла Амантай, секретаре Мөслим Марат була.
Автор:Гульнур Ишбулатова
Читайте нас: