Римма Амангилдинаны башлыса башҡорт халыҡ йырҙарын яратыусылар тыңларға килә. Йырсының сығышы һәр ваҡыт аншлаг менән үтә һәм был юлы ул күп һанлы тамашасыларҙың һорауы буйынса көтөп алынған концерт булды. Халыҡ артисткаһы милли оркестарға ҡушылып та, ҡурайға ла йырланы. Уның башҡарауындағы халыҡ, популяр йырҙарҙы зал йылы ҡабул итте.
Концерттан һуң тамашасылар социаль селтәрҙәрҙә үҙ тәҫьироттары менән бүлеште: «Бик нәзәкәтле, зифа, сибәр йырсыларҙың береһе Римма. Матур концерт өсөн рәхмәт», - тип яҙҙылар.
Әбйәлил районының Хәлил ауылында тыуып үҫкән Римма Амангилдина, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусыларҙың береһе булараҡ, танылыу алған. Заман заңына эйәреп бөгөн күптәр үҙҙәренең репертуарын үҙгәртә, яңы амплуа эҙләй. Артистка үҙенә тоғро ҡала.
Йырсы бер сәхнәлә үҙенең ижадташ дуҫтары Вәхит Хызыров, Индира Әсәҙуллина, Марсель Ҡотоев кеүек билдәле йырсылар менән сығыш яһаны. Концертты бейеү коллективтары ла биҙәне.