-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Декабрь 2019, 19:20

Опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов «Онегин» премияһын алды

«Онегин» милли опера премияһын тапшырыу сараһы Санкт-Петербург ҡалаһында үтте. Михайлов театрының сәхнәһендә барған тантаналы кисәлә донья операһы йондоҙҙары сығыш яһаны.

«Сәхнә оҫтаһы» номинацияһында «Мефистофель» партияһы өсөн Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов лайыҡ булды.
Был премияны ойоштороу комитеты билдәләүенсә, барлығы илдең 22 театрынан 84 ғариза ҡабул ителгән. Еңеүселәрҙе билдәләүҙең һуңғы этабында 11 театр ҡалған. Шулай итеп, номинацияларҙың береһендә, яҡташыбыҙ Асҡар Абдразаҡов еңеүселәр рәтендә билдәләнде.
Автор:Гульнур Ишбулатова
Читайте нас в