+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 19:35

Татыулыҡ – именлек нигеҙе

“Әссәләмәғәләйкүм!” – бөгөн Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында бер-береһе менән шулай тип иҫәнләшеүсе ҡунаҡтарҙы күреп, был һүҙҙең мосолман донъяһы өсөн сәләмләү генә түгел, уртаҡлығыбыҙҙы белдереүсе оло һүҙ икәнен тағы бер төшөнәһең. Өфөлә икенсе көн “Рәсәй – ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмө форумы бара. Уға 25 илдән вәкилдәр килгән. Төркөмдөң быйылғы ултырышы конфессия-ара татыулыҡ темаһына һәм ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының 50 йыллығына, шулай уҡ Рәсәйҙең күренекле сәйәси эшмәкәре, стратегик ҡараш төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Евгений Примаковтың 90 йыллығына арнала.

Сараны асып, Төркөм рәйесе – Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. “Беҙҙе ғәҙел демократик донъя тәртибе принциптарына тартылыу, халыҡ-ара эштәрҙә хоҡуҡтың өҫтөнлөгөн тәьмин итеүгә, бөтә ҡитғаларҙа тотороҡлоҡто һәм хәүефһеҙлекте нығытыуға ынтылыу берләштерә, – тип билдәләнә Владимир Путин сәләмләүендә. – Һеҙҙең алда конфессия-ара диалогты киңәйтеүгә, дини күп төрлөлөк шарттарында граждандар тыныслығын һәм социаль тотороҡлоҡто һаҡлауға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарау бурысы тора”.
Ултырышта сығыш яһаусы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың традицион диндәрҙең үҙенсәлекле хеҙмәттәшлек моделе булараҡ сығыш яһауын әйтеп үтте. Ул илебеҙҙә конфессия-ара татыулыҡты нығытыуҙа Башҡортостан мосолман өммәтенең хеҙмәте ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Фәрит улы, тарихҡа күҙ ташлап, 1788 йылда батшабикә Екатерина II указы менән Өфөнөң Рәсәйҙә ислам үҙәге тип танылыуы осраҡлы булмауын билдәләп уҙҙы. Төбәк етәксеһе, данлыҡлы “Ғәлиә” һәм “Ғосмания” мәҙрәсәләре нигеҙ һалған ислам мәғарифы традицияларының көслө булыуы хаҡында һөйләп, йәштәргә әхлаҡи тәрбиә биреүҙә исламдың бай тәжрибәһен ҡулланырға кәрәк, тине.
“Рәсәй – ислам донъяһы”стратегик ҡарашы төркөмө етәксеһе, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов та республикабыҙҙың милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ өлгөһө булыуын билдәләне. Ул Рәсәйҙең мосолман илдәре менән хеҙмәттәшлек итеүенең тамырҙары тәрәнлеген, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле, “Ҡыҙыл паша” тип йөрөтөлгән Кәрим Хәкимовтың тап Башҡортостандан булыуын хәтергә төшөрҙө. Рөстәм Нурғәли улы, бөгөн дә Рәсәйҙең ислам дәүләттәре менән мөнәсәбәттәре бөтә донъя өсөн цивилизациялы партнерлыҡ өлгөһө булыуына ынтылырға кәрәк, тине. Сирия кризисын хәл итеү ҙә Рәсәй, Төркиә һәм Ирандың берлектәге тырышлығы һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип билдәләне ул. Бөгөн бөтә илдәр алдында терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы көрәште көсәйтеү бурысы тороуы хаҡында һөйләне.
Стратегик ҡараш төркөмөнөң киләһе ултырышы 2020 йылда Сәғүд Ғәрәпстанында буласаҡ.

Александр Данилов фотолары.


Автор:Альмира Киреева
Читайте нас: