+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 16:21

Интернет киңлектәре ҡурҡынысмы?

Ошо көндәрҙә матбуғат хеҙмәткәрҙәре өсөн «Бөгөнгө йәмғиәттә терроризм идеологияһы, киң мәғлүмәт сараларында һәм интернет селтәрендә профилактикалау» темаһына арналған семинар үтте. Билдәле булыуынса, социаль селтәрҙәр менән барыһы ла иркен ҡуллана ала һәм ул бөгөн терроризм идеяларын асыҡ таратыу өсөн бер майҙансыҡ булып тора. Белгестәр билдәләүенсә, Урта Азия, Яҡын Көнсығыш илдәрендә барған түңкәрелештәр быға асыҡ миҫал.

– Бындай осраҡтарҙа идеология башлыса социаль селтәрҙәр аша алып барыла, – тине Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге дәүләт автономия учреждениеһы директоры Марат Мәрҙәнов.
Илдең генераль прокуратура мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр социаль селтәрҙәргә экстремистик характерҙағы 12 баҫма донья күрһә, быйыл 15 материалды сикләгәндәр.
Интернет селтәрендә дәүләт баҫмаларының һүлпән позицияһы ла телгә алынды. Мәғлүмәт саралары социаль селтәрҙәрҙә ултырған ябай кешеләргә ҡарағанда һуңлабыраҡ эшләй.
Дондағы Ростов ҡалаһынан килгән ғилми хеҙмәткәр Кира Дружинина фейктар һәм селтәрҙә нәфрәт теле тигән төшөнсәләргә туҡталды. Баҫмаларға уҡыусыларҙы йәлеп итеү маҡсатында төрлө фейктарҙы ҡулланыу, буш хәбәрҙе уйлап сығарыу алымы менән эшләгән мәғлүмәт сараларының эшенә анализ яһаны, аныҡ миҫалдар күрһәтте.
Дин-ара экстремистик материалдар ҡулланып йәмғиәтте бутау күренештәрен кисектереүҙә дәүләт матбуғатының роле, хиджаб кейгән журналистарҙың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙар ҙа яңғыраны.


Читайте нас: