Шулай уҡ концерт залының фойеһында ижади майҙансыҡтар, милли биҙәүестәр эшләү, тегеү, сигеү буйынса оҫтаханалар эшләне. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ психологик ярҙам буйынса кәңәштәр ала алды.
Әсәләр көнөнә арналған тантаналы йыйылыш ваҡытында республиканың дүрт ғаиләһенә «Ата-әсә даны» миҙалы тапшырылды. Улар иҫәбендә Ҡалтасы районынан Алексеевтар, Туймазынан Кирсановтар, Хәйбулла районынан Бикбовтар, Шарандан Гәрәевтар ғаиләһе бар. Улар – хәрби хеҙмәт бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған, кешеләрҙе янғындан, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында ҡотҡарған балаларҙың ата-әсәләре.
Башҡортостан Президенты Указы менән был награда 2014 йылда барлыҡҡа килде. Уға былтыр тәүге тапҡыр республика икенсе ата-әсәләр форумында дүрт ғаилә лайыҡ булды. Тағы ике ғаилә быйыл Бөрө ҡалаһында үткән байрамда бүләкләнде. Декабрҙә тағы ла ике ғаилә ошо юғары наградаға эйә буласаҡ. 2019 йылда барлығы был миҙал менән 10 ғаилә бүләкләнгән.
Миҙал менән бүләкләү танытмаһына ҡушып ата-әсәләргә, уллыҡҡа алыусыларға, опекун һәм попечителдәргә бер тапҡыр бирелә торған 100 мең һумлыҡ аҡса ла тапшырыла.