+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Ноябрь 2019, 14:03

Ҡытай ҡыҙҙарын да милли телдә йырлатты «Иҙел» фестивале

Өфөлә башҡорт-татар йырының «Иҙел» халыҡ ара фестивале тамамланды. Ике туғандаш халыҡтың йыл һайын үткәрелгән йыр бәйгеһе сәнғәт көмбәҙендә яңы һәләтле исемдәр асыуға булышлыҡ итә. Төрлө йылдарҙа Радик Юлъякшин, Ришат Төхвәтуллин, Айгиз Ханов кеүек йырсылар «Иҙел» фестиваленең лауреаттары булған.

Быйылғы бәйге лә матур йырсылар менән таныштырҙы, яңы исемдәр асты. Конкурста Өфө, Ҡаҙан, Мәскәү, Октябрский, Стәрлетамаҡ, Ульяновский, Чистополь, Аткарск ҡалалары, шулай уҡ Ейәнсура, Бөрйән, Салауат райондары, хатта алыҫ Ҡытай иленән һәм Ҡырым республикаһынан да йәш һәләттәр ҡатнашты. Баһалама рәйесе – Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев.
Ҡаҙан консерваторияһында белем алған 25 йәшлек Ҡытай ҡыҙы Сюэ Фэй конкурста «Ер еләге йыйғанда» тигән татар йырын академик башҡарып, өсөнсө дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Сюэ Фэй консерваторияла Татарстан республикаһында билдәле педагог Клара Хәйретдинова класында белем ала. Уның репертуарында татар-башҡорттоң бер-нисә уртаҡ йырланған йырҙары бар. Ул «Һандуғас»ты ла оҫта башҡара. Ҡаҙанға килгәнгә тиклем, Сюэ саҡ-саҡ русса аңлаһа, хәҙер рус телендә яҡшы аралаша. Татар телен аңлай башлаған. Киләсәктә ҡыҙ Ҡытайға ҡайтырға ниәтләгән.
Ейәнсура ҡыҙы Әлфиә Мырҙабаева «Халыҡ йырҙары» номинацияһында «Буранбай» йырын башҡарып беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Хатта тәжрибәле йырсылар йөрьәт итмәгән, халҡыбыҙҙың боронғо, башҡарыу яғынан ҡатмарлы йырҙарының береһе «Буранбай»ҙы һәр кем йырлай алмай. Әлфиә үҙенең оҫталығы менән Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова тарафынан юғары баһа алды. Бәйгеселәр барлығы 8 номинацияла көс һынашты.
Был проект 2011 йылдан, Рәсәйҙә халыҡ ара теләктәшлекте нығытыу йылынан алып ойошторола. Киләһе йыл «Иҙел» фестивале өсөн юбилейлы буласаҡ. Быйыл ул «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә, Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы ярҙамында үткәрелде. Фестивалгә Бөтә донья татар Конгрессы, төп бағыусы – «Фармленд» дарыухана селтәрҙәре, «Татнефть» акционерҙар йәмғиәте, «Пакер» фәнни тикшеренеү предприятиеһы, Яуаплылығы сикләнгән «СНЭМА-СЕРВИС» йәмғиәте, «АҠ ВЗНМ» акционерҙар йәмғиәте һәм башҡа предприятиелар – финанс, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәти яҡтан ярҙам күрһәтте.

Читайте нас: