«Рәми» үҙәге Салауат районының заказы, «Йөрәк һүҙе»нең авторы Наилә Сәфәрғолованың тәҡдиме менән архитектор Рөстәм Әлибаев етәкселегендәге «Архтамға» эксперт-проект бюроһы ярҙамында төҙөлөр тип күҙаллана. Был үҙәк шағирҙың тыуған яғы – Салауат районының Арҡауыл ауылында буласаҡ.
Башҡорт телен тәүгеләрҙән булып яҡлап сыҡҡан шағир ул республикабыҙ мәҙәниәтенең феномены. Үҙәк – архитектура, скульптура, шиғриәтте берләштергән бер комплекс. Уның архитектураһы сафлыҡты , шиғриәттең бөйөклөгөн кәүҙәләндерәсәк, – ти архитектор.
Шиғриәт үҙәге төрлө тематик саралар үткәреү өсөн ҡулайлашасаҡ. Унда конференциялар, шиғриәт кисәләре ойошторорға мөмкин. Ә олораҡ саралар өсөн комплекс алдында, асыҡ һауала амфитеатр урынлаштырыу күҙ уңында тотола.