Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала үткән түңәрәк өҫтәлендә парламент спикеры Константин Толкачев , депутаттар, билдәле яҙыусылар, баҫма мөхәррирҙәре, ведомство етәкселәре, журналистар ҡатнашты.
– Элек беҙҙең илебеҙ иң күп китап уҡыған мөхит була торғайны. Бөгөн яйлап ҡына был тенденция юҡҡа сыға бара. Тел бит ул – үҙе бер тормош. Ләкин Рәсәйҙә бер генә халыҡ та, бер генә этнос та юҡҡа сыҡмаған. Хатта юғары власть даирәләрендә рус телен үҫтереү буйынса Совет ултырышы үтте. Унда Президент Владимир Путин милли үҙбилдәләнештең нигеҙен нығытыу мөһимлеге хаҡында тәҡдим индерҙе, – тине сараны асып Константин Толкачев.
«Туған телемә – йөҙ аҙым» ул һәр бер учреждениела ғына түгел, ә һәр бер ғаиләлә туған телде, мәҙәниәтте пропагандалау, башҡорт яҙыусыларының китабын танытыу. Ошо проектҡа ингән 100 әҫәр, уларҙың авторҙары хаҡында һәр кем белергә тейеш. Йәғни, республикала милли баҫмаларҙы уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү- уның төп бурысы.
Был баҫма әҫәрҙәрҙе уҡыусылар араһында абруйына ҡарап, тәҡдим формаһында Яҙыусылар берлеге һайлап алған. Исемлектә Салауат Юлаев, Аҡмулла, Бабич шиғырҙарынан алып , Флорид Бүләков, Мәрйәм Бураҡаева, Тансулпан Ғарипова, йәштәрҙән Лариса Абдуллина, Гөлназ Котоева, Зөлфиә Ханнанова ижады, ситтә йәшәгәндәрҙән Азат Абдуллин, ошо көндәрҙә баҡыйлыҡҡа күскән Талха Ғиниәтуллин, мәктәп эскәмйәһенән билдәле Рәшит Ниғмәти, Зәйнәб Биишева, Кирәй Мәргән һәм башҡа билдәле яҙыусыларҙың 100 әҫәре индерелгән. Йәнең теләгәнен һайлап алып уҡырға мөмкин. Был хаҡта Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев һөйләп уҙҙы.
– 100 аҙым китапхана юлын тапаусыларҙың иҫәбен арттырыр. Әлегә республика – илдә бик күп китапханалар селтәрен тотҡан төбәк, – тине милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда барлығы мең ярым китапхана эшләй, алты телдә гәзит-журналдар сыға.
Проектты тормошҡа ашырыу буйынса төрлө тәҡдимдәр яңғыраны. Әҙәбиәтселәр йортон асыу, музей булдырыу, башҡортса 100 әҫәр уҡыған кешене айырым билдәләү хаҡында ла урынлы тәҡдимдәр булды.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапхана ошо китаптарҙың күргәҙмәһен ҡуйҙы. Проект старт алғандан һуң һәр кем килеп уларҙы уҡый ала.
Шулай уҡ «Туған телемә – 100 аҙым» проектының маҡсаты, талаптары хаҡында милли китапхана һәм Яҙыусылар берлегенең сайтында танышырға мөмкин.