+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Ноябрь 2019, 15:37

Йөрәк һүҙе кәрәкме?

“Йөрәк һүҙе” кәрәкме һеҙгә?” – тип мөрәжәғәт иткәйне уның кендек инәһе һәм йәшәтеүсеһе Наилә Сәфәрғолова. Яуап алынды. “Йөрәк һүҙе”н сығарыуҙы Башҡортостан Хөкүмәте үҙ ҡарамағына алды. Уның авторы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы – “Ал да нур сәс халҡына!” миҙалына лайыҡ булды.

“Йөрәк һүҙе”н тыңлап, рухланып ҡайттым. Рухиәтебеҙҙә Наилә апай Сәфәрғолова тырышлығы арҡаһында ҙур урын алған, күңелдәрҙе яулаған бик елле проект ул.


Туғарылып китеп үҙ телебеҙҙә яңғыраған профессионалдар башҡарған шиғыр тыңлау – үҙе бер бәхет икәнлеген залда ултырыусы һәр кем тойғандыр! Һәр ҡатнашыусы өсөн эстән генә тулҡынланып, уның өсөн янып-көйөп ултырҙыҡ. Яңылышһа, онотһа, бергә ҡайғырҙыҡ, ҡырылдыҡ. Шиғри һүҙ менән күккә сөйә алһа, ысынлап шатландыҡ. Бер тулҡында тулҡындыҡ. Тамашасы гөрләтеп ҡул сапты, талап итте, күҙ йәштәрен тыйманы, йылмайыуҙан йөҙҙәр яҡтырҙы.


Мөнир Иҡсанов “Йыл шағиры” тип табылыуға ҡыуандым. Шәйехзада Бабич йәштәр премияһына лайыҡлы ине бит ул! Ысын шиғриәт барыбер танылыу таба, үҙенә-үҙе юл яра. Уның поэмаһынан өҙөктө беҙ Морат Рафиҡов башҡарыуында ишетеп тетрәндек. Ауылдарҙың яйлап бөтөүгә табан барыуына ҡайғырған һәр кемдең күңеленә барып ҡаҙалды сәхнәнән яңғыраған шиғри һүҙ.


Альмира Ҡыуатова башҡарауындағы Дина Талхина шиғыры ла йәнде тетрәтте. Динә апайҙы мин белә инем. Нәшриәттә китаптарының мөхәррире лә булдым. Бик аҡыллы, сабыр, йор һүҙле ине ул. Алдан күрә белеүсән булған. 20 йыл элек әйткәндәре әле килеп йөрәккә үтә.


Мостай Кәримдең бик матур, тос шиғырҙары бар. Артистар нишләптер уның оҙонораҡ шиғырҙарын һайлаған. Шуға ла ҡапыл онотоп уңайһыҙлыҡ кисергәндәр булды.


Еңеүсе Земфира Байбулдинаға ихлас ҡыуанам. Ул быға тиклем билдәле булмаған Әнүзә Ғиззәтуллина шиғырҙарын һөйләне. Тап ҡатын-ҡыҙҙар хистәрен - әсәлек, рух көсө хаҡындағы шиғырҙары менән өлгәште ул был еңеүгә. Тимәк, ҡатын-ҡыҙ шиғриәте алда!


Шағирә булараҡ, трмоштағы күп күренештәргә өндәшмәй ҡалырға ярамай икәнен, алда бик күп яҙырға һәм эшләргә тейешлегемде аңлап ҡайттым был кисәнән. Һәр ҡатнашыусыға афарин! Наилә апайҙа һәм уның командаһына афарин һәм рәхмәт.


Йәшәһен йөрәк һүҙе!



Читайте нас: