Уның «Рябиновая гора», «Аюташ», «Золотая моя колыбель» «Вот кончится война» тигән китаптары киң даирә уҡыусыларға яҡшы таныш.
Ҙур яҙыусының вафаты авторҙы яратып уҡыған уҡыусыларҙы ла тулҡынландырҙы. Был көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә сыҡҡан яҙмаларҙа, айырым бер эпоха китте тип яҙҙы ижадсыны белгән кешеләр.
«Яҙыусының әҫәрен буш күңел менән вайымһыҙ ғына уҡып булмай. Һәр ҡайһыһы үҙенсә тәрән йөкмәткеле һәм ҡабатланмаҫ», - тип яҙа уның уҡыусылары.
Талха Ғиниәтуллин Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. 18 йәшенән Ленинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Һуғыштан һуң Мәскәүҙә, Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай. 1955 йылдан илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәй, әммә тыуған Учалы районы Ураҙ ауылы менән бәйләнешен өҙмәй.