Экспозицияла ағинәйҙең макраме ысулы менән яһалған эштәре, ҡатын - ҡыҙҙың милли биҙәүестәре – һаҡал, селтәрҙәре ҡуйылды. Улар араһында боронғолары ла, оҫтабикәнең үҙе яһағандары ла бар.
Альбина Исхаҡованың шәхесенә килгәндә, 72 йәштә оҫта итеп бейергә өйрәнгән, 78 йәштә конькиға баҫҡан, 79 йәштә ГТО нормаларын үтәгән ханымды республикала яҡшы беләләр.
Альбина Хажим ҡыҙы балалар йортонда тәрбиәләнһә лә, үҙенең тормошо, йәшәү рәүеше һәм маҡсатлы шәхес булыуы менән күптәргә өлгө булып тора.