+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 13:48

Башҡорт театрының инешендә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына – 100 йыл Башҡорт совет автоно­мияһы 1919 йылдың 20 мартында иғлан ителә. Шул уҡ йылдың 4 декабрендә Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта беренсе Башҡорт дәүләт театры – бөгөнгө академия театрыбыҙ – асыла.

Башҡорт халҡы тарихында тәүге профессиональ театр ойоштороу тигән мауыҡтырғыс идея менән яныусы бер төркөм актерҙар, режиссерҙар, драматургтар һәм рәссамдар, үҙҙәре лә төрлө синыф һәм социаль ҡатлам вәкилдәре булараҡ, һәр төрлө үҙешмәкәр, һәүәҫкәр сәхнә оҫталарынан ярым профессиональ театр коллективы туплай.

Йәш труппаның спектаклдәре тамашасы алҡышына 1920 йыл башында уҡ лайыҡ була. М. Буранғоловтың – «Ашҡаҙар», Д. Юлтыйҙың – «Ҡарағол», М. Фәйзиҙең (Х. Ғәбитов) – «Ғәлиәбаныу», Х. Ибраһимовтың «Башмағым» һәм башҡа әҫәрҙәре халыҡтың һөйөүен яулай һәм милли театр классикаһының алтын фондын нигеҙләй. 1922 йылда, Оло Башҡортостан барлыҡҡа килгәс, театр труппаһы Өфөгә – яңы баш ҡалаға – күсә, һәм Өфө дәүләт күргәҙмә театр актерҙары менән берләшеп, тағы ла тулылана.

Сәрүәр Сурина әҙерләне.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: