+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 16:02

Китап нәшриәтенә – 100, яҙыусылар берлегенә 85 йыл

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылда Зәйнәб Бииишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең – 100 һәм яҙыусылар берлегенең 85 йыллығын билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. “Китап” нәшриәте – нәфис әҙәбиәт, уҡыу әсбаптары, ғилми-популяр, балалар әҙәбиәте һәм башҡа баҫма продукция сығарыусы эре предприятиеларҙың береһе. Ул Рәсәйҙә милли телдәрҙә китап сығарыусы иң боронғо нәшриәттәрҙең береһе. Предприятие 1919 йылда, Стәрлетамаҡта үткән Бөтә башҡорт йыйынында Башҡорт АССР-ның газета журналдар баҫыусы – Башҡорт дәүләт нәшриәте булараҡ барлыҡҡа килгән.

Республиканың Яҙыусылар берлеге үҙенең тарихын 19 быуатта уҡыу йорттарында ойошторолған әҙәби түңәрәктәрҙән башлаған. 1934 йылда, совет яҙыусыларының беренсе съезынан һуң, Башҡорт АССР-ның яҙыусылар берлеге төҙөлә. Уның тәүге рәйесе итеп – Афзал Таһиров, урынбаҫары итеп – Ғабдулла Амантай, секретаре итеп Мөслим Марат тәғәйенләнә.
Республика башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, юбилей сараларын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын вице-премьер Фәнүр Йәғәфәров етәкләй.
Муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә урындарҙа, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында саралар ойоштороу һәм шағирҙарҙы, яҙыусыларҙы тантаналы тәбрикләү тәҡдим ителде.
Читайте нас: