+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 12:24
Ҙур этнографик диктант яҙабыҙ
1 ноябрҙә “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғариф акцияһы үтә. Ул һәр төбәктә урындағы ваҡыт менән 11.00 сәғәттә башлана. Диктант 30 һорауҙан торасаҡ. Шуларҙың егермеһе – дөйөм, уныһы һәр төбәккә бәйле буласаҡ. Диктантты яҙыуға 45 минут бирелә. Барлыҡ һорауҙарға яуап биреп 100 балл йыйырға мөмкин.
Республикабыҙҙа этнодиктантты яҙыр өсөн 55 майҙан бүленгән. Төрлө сәбәптәр арҡаһында төбәк майҙандарында яҙа алмағандар өсөн 1 – 4 ноябрҙә
www.miretno.ru
сайтында онлайн тапшырыу мөмкинлеге бар. Был – Ҙур этнографик диктанттың рәсми сайты.
Һорауҙарға яуаптар ҙа ошо сайтта 10 ноябрҙә донъя күрәсәк.
Ҙур этнографик диктантты ойоштороусылар – Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ һәм Удмурт Республикаһының Милли сәйәсәт министрлығы. Партнеры – Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берлеге , сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштар һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек эштәре буйынса федераль агентлыҡ. Башҡортостанда акцияны республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.
Исемлек менән ошонда танышырға мөмкин.
Читайте нас: