+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 18:11

“Сәнғәт төнө”нә рәхим итегеҙ

3 ноябрҙә “Сәнғәт төнө -2019” Бөтә Рәсәй мәҙәниәт акцияһы үткәрелә. Уның сиктәрендә Башҡортостандың милли әҙәби музейы төрлө сараларға саҡыра.Тәүгеһе халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала. Акцияла Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейын сағылдырған һәм театр йылы айҡанлы саралар көтөлә.

“Сәнғәт төнө” сиктәрендә төрлө конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Шулай уҡ акцияла Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институты студенттарының, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрованың сығышы көтөлә, мастер кластар, музей буйлап экскурсия, “Һеңлекәш”, “Мостай Кәрим” фильмдарын ҡарау планлаштырылған.
Милли әҙәби музейы был акцияны Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы менән берлектә үткәрә.
Сара 18 сәғәттә башлана.
Читайте нас: