+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 16:07

«Милли орнамент» акцияһына ҡушылайыҡ

Башҡортостанда халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан «Милли орнамент” тигән акция иғлан ителә.Республика мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сарала ҡатнашыу өсөн халыҡ кәсептәре элементын файҙаланып фото төшөү мотлаҡ.

Традицион мотивтарҙы кейемдә, интерьерҙа ҡулланырға мөмкин. Был ҡул эштәре – балаҫ һуғыу, ҡашмау эшләү, ҡорама сигеү, нағышлау, тимерселек шөғөлө, таштан , күндән әйберҙәр яһау күҙ уңында тотола.
Фотоны #Башкортостан #мыедины #национальныйорнамент #МКРБ #РЦНТ #Башҡортостан хэштегы буйынса социаль селтәрҙәргә ҡуйырға була.
Акция 4 ноябрға тиклем бара.
Читайте нас: