«Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө дүшәмбегә тура килә. Йома, 1 ноябрҙә, эш көнө ҡыҫҡартылмай», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 2, 3 һәм 4 ноябрь ял көндәре булып тора.
Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй, тип өҫтәнеләр ведомствола.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева.