+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 18:18

"Ҡурай даны” милли премияһының махсус призы – көмөш миҙал –Учалыла һуғылған

Республиканың “Ҡурай” каналы үҙенең ун йыллығына арналған концерт үткәрә. Унда “Ҡурай даны” милли премияһын тапшырыу тантанаһы ла буласаҡ.Был премияға тамашасыларҙың тауыш биреүе ярҙамында еңеп сыҡҡан кешеләр дәғүә итә. Улар – “Йыл йырсыһы”, ”Йыл меценаты”, ”Ижад кешеһе”, ” Эшлекле ханым”, ”Миһырбанлы ғаилә”, ”Ер кешеһе” һәм башҡа номинацияларҙа еңеп сығыусылар. Бүләкләнеүселәргә махсус рәүештә Учалы районында саф көмөштән һуғылған миҙал тапшырыласаҡ.

Бөгөн ошо хаҡта “Ҡурай” каналы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә матбуғат конференцияһы үткәрелде. Унда ошо сараға әҙерлек, “Ҡурай” каналының бөгөнгө контенты, киләсәккә пландары хаҡында һүҙ барҙы.

Әле канал яңы эфир программалары – клиптар, ситкомдар (комедия сериалдары) – төшөрөү, яңы тапшырыуҙар асырға ниәтләй.

– Бөгөн төшөрөлә башлаған проекттар ҙа бар. Яҡшы клиптар булһа, каналдың рейтингы ла юғары күтәрелә. “Ҡурай”ҙың төп үҙенсәлеге – ул башҡорт йырҙарына өҫтөнлөк биреү, – тип билдәләне уның етәксеһе Рита Өмөтбаева.

Әлеге көндә канал башҡортса караоке сығара башлаған. Унда 150, башлыса, ретро йырҙар индерелгән. Шулай уҡ республиканың алтын фондын тәшкил иткән йырҙарҙы HD форматына күсереү буйынса эштәр башҡарылған.
Читайте нас: