0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 19:04

Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков арабыҙҙан китте

Башҡорт халҡының легендар йырсыһы Рамаҙан Йәнбәков 86-сы йәш менән бара ине. Һәләттәргә бай төбәктә – Баймаҡ районында – тыуып үҫкән йырсы үҙе лә ошо яҡтың данын күтәреүсе, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ танылыу алды. “Йәнбикә”, “Уйыл”, “Тәфтиләү”, “Тыуған ауылым” тик уға ғына яҙылған моңдар булып яңғыраны. Үҙе тере саҡта уҡ легендаға әйләнеп бөтһә лә, ул бик ябай кеше булды. Уның тормош рәүеше лә йондоҙҙарҙыҡы кеүек түгел, ә үтә ябай булды.

Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә йырсы хаҡында бик күп иҫтәлектәр, ҡайғы уртаҡлашыу яҙмалары баҫылып сыҡты. Был инде йырсы бик күптәрҙең күңелендә тигәнде тағы бер тапҡыр иҫбатлай.
Геология ветераны Рәсих Хәмитов:
-“Башҡорт халҡының данлыҡлы улы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, Баймаҡ районының патриоты, өлкән дуҫ китте...”
Сәлимйән Бәҙретдинов:
- “Ғәжәп моңло тауышлы, һирәктәрҙән-һирәк йырсы ине. Ниғәлер оло һәләт эйәһенә Салауат Юлаев премияһы бирелмәне. Ә ул йөҙ тапҡыр лайыҡ ине...”
Хәлил Барлыбаев:
- “Эпоха булдырған кеше ине Рамаҙан ағай”
Фәдис Ғәниев :
- “Башҡортостандың моң батшаһы ҡайтып киткән. Донъялар тағы ла бушабыраҡ ҡалыр инде. Октябрь башында ғына филармония фойеһында һөйләшеп ултырғайныҡ. Нисек сәнғәткә килгәнен һәйләп ултырҙы. Моңдо юғалтмағыҙ, ҡустым, тине, тыуып үҫкән ерҙәрҙе ташлап китке килмәй, тип йырлап ҡуйҙы”.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков 30 йылдан артыҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы-вокалисы булып эшләй, концерт бригадалары менән етәкселек итә. Башҡорт халыҡ йырҙары менән бөтә Советтар Союзын урап сыға.
Халыҡ йырсыһы менән хушлашыу 1 ноябрҙа, Башҡорт дәүләт филармонияһы залында үтәсәк.
Читайте нас: