Ленара Ивановаға, вице-премьер вазифаһынан тыш, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһы ла йөкмәтелде. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн дә яуап бирәсәк.
Премьер-министрҙың яңы урынбаҫары Рөстәм Моратов иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры итеп тә тәғәйенләнде. Ул һанлы сәйәсәт, эшҡыуарлыҡ, туризм һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының эшен күҙәтәсәк.
Быға тиклем Өфө ОМОНы командиры һәм Башҡортостандағы Росгвардия идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләгән Ирек Сәғитов йәштәр сәйәсәте һәм спорт, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм юстиция эштәре дәүләт комитеттарының эше өсөн яуап бирәсәк.
Республика Башлығының матбуғат секретаре лә яңы вазифа биләне. Хәҙер Фәнүр Йәғәфәров мәғариф һәм фән, мәҙәниәт министрлыҡтары эшмәкәрлеген, мәғариф өлкәһендәге күҙәтеү һәм контроль идаралығы, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының эшен күҙәтәсәк.