+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Октябрь 2019, 14:01

Башҡорт ҡумыҙы Төркиәлә

Билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Төркиәнең Анталия ҡалаһында үтәсәк “Мәҙәниәт һәм Туризм”, Рәсәй – Төркиә йылы сиктәрендә халыҡ- ара конкурс фестивалдә ҡатнашасаҡ. Унда музыкант 5 кешенән торған ғаилә ансамбле менән сығыш яһай.

Башҡорт егете Миңлеғәфүр Зәйнетдинов төрки донъяһында, виртуоз ҡумыҙсылар араһында киң билдәле кеше. Ҡумыҙсы үҙе билдәләүенсә, Башҡортостан исеменән сығыш яһау бер яҡтан ҙур мәртәбә булһа, икенсе яҡтан фестивалде ойоштороусылар уны баһалама ағзаһы итеп тә саҡырған. Бынан тыш Зәйнетдиновтар үҙҙәренең ғаилә ансамбленең айырым концерты менән сығыш яһай һәм төрки донъяһына башҡорт мәҙәниәтен күрһәтәсәк.
Төркиәгә сәфәре барышында улар башҡа маҡсаттарҙы ла күҙ уңында тота. Киләһе йыл Башҡортостанда халыҡ-ара фольклориада фестивале үтә. Был ҙур сараға әҙерлек сиктәрендә Зәйнетдиновтар ғаиләһе Төркиәлә республиканың исем туйын да үткәреп ҡайта. Улар алыҫ сәфәргә үҙҙәре менән Башҡортостан хакында мәғлүмәттәр туплаған буклеттар алып бара, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Быға республика мәҙәниәт министрлығы, халыҡ ижады үҙәге булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй Мәскәүгә тиклем юл сығымдарын да ведомство үҙ иҫәбенә алған.
– Республиканы Рәсәй конкурстарында бик яҡшы беләләр, хәҙер беҙ уны халыҡ-ара кимәлдә танытасаҡбыҙ, – ти Миңдеғәфүр .
Өфө ҡалаһында йәшәүсе Зәйнетдиновтар билдәле моңло ғаилә булыуҙан тыш,”Өлгө ал” республика конкурсы еңеүселәре лә.

Читайте нас: