+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Октябрь 2019, 17:47

«Алтын ҡурай» халыҡ-ара журналистар конкурсына төрлө ил һәм Рәсәй төбәктәренән 100 ижади эш тәҡдим ителгән

Күренекле әҙибебеҙ Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған «Алтын ҡурай» халыҡ-ара журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды.

Хәбәрселәрҙе тәбрикләү сараһы 26 октябрь республиканың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтәсәк. Конкурсҡа барлығы 100 эш –Чехия, Канада, Төркиә, Ҡытай, Әзербайджан, Рәсәй төбәктәренән – Татарстан, Дағыстан, Яҡутстан, Алтай, Мәскәү һәм башҡа өлкәләрҙән эштәр ҡабул ителгән.

Бөтәһе ете номинация буйынса еңеүселәр билдәләнгән. Шулай уҡ «Иң яҡшы телевидение эше» һәм «Иң яҡшы интернет эше» тигән ике махсус номинациялар булдырылған.
Еңеүселәр һәр номинацияла аҡсалата премия һәм статуэтка аласаҡ.
«Алтын ҡурай» бәйгеһенең баһалама рәйесе – Рәсәй журналистар берлеге рәйесе Владимир Соловьев. Ойоштороусылар – Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар берлеге, Башҡортостан хөкүмәте, Мостай Кәрим фонды,«Өфө» журналы редакцияһы.

Читайте нас: