Берәүҙәр уны башҡорт халыҡ йырының популяр була барыуы тип аңлаһа, икенселәр халыҡ мираҫына ҡул һуҙыу тип борсолдо.
Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Фаил Йортбәков, Әлфир Заманов, Ғаяз Ғәйетбаев, билдәле йырсы Рәмил Туйсин һәм башҡалар тәүгеләрҙән флешмоб башланы ла, уны эстафета тип иғлан итте. Йәғни, башҡорт халыҡ йыры “Уйыл”ды һәр башҡорт кешеһе йырлай тигәнде иҫбат итә ул. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин билдәләүенсә, ”Уйыл” әрме, башҡорт һалдаттарының тыуған яҡтарын һағынып йырлаған тарихи йыры. Унда шундай һүҙҙәр бар:
–Ҡурайсылар, ай, ҡурай уйнамаҫ
Башҡорт ҡурайҙары булмаһа
Егет кенә, ай, йыр йырламаҫ,
Башҡорт ҡурайы тигән һүҙе үк үҙе әйтеп тора. Был йырҙың сығышы,тарихы ул ата- бабаларыбыҙҙың ауыр яҙмышына, тап беҙҙең еребеҙгә бәйләнгән, – тине артист. – Беҙҙә уны һәр башҡорт балаһы йырлай.
Эстафетаны башлаған Сибай концерт-театр берекмәһе директоры Айбулат Ҡотошовтың билдәләүенсә, “Уйыл” 20-25 йыл әрме һурпаһын эскән башҡорт казактарының аһ-зар йыры:
– Минең эсемде бошорган бер әйбер, Башҡортостанда тыуып үҫеп, беҙҙә ҡанат нығытҡан йырсылар ҙа Татарстанға китеп уны татар йыры тип йырлай. Ғорурлыҡ тойғоһо, намыҫ булырға тейеш тә инде кешеләрҙә. Фатирға, машинаға һатылып, үҙ ереңдең алтын фондына ингән халыҡ йырҙарын икенсе милләттеке тип йырлап тороу ҙур гонаһтыр, тием.
Ысынлап та, был эстафетаны беҙҙең ижад берекмәһе башланы, хәҙер йырсылар уны Нефтекама дәүләт филармонияһы йырсыһы, шулай уҡ Сибайҙа үҫкән ижадсы Раян Алтыншинға, Салауат башҡорт драма театры артисы Риза Мәһәҙиевҡа тапшырҙы. Улар ихлас күңелдән ҡабул итте һәм йырлап ишеттерҙе. Был нимә хаҡында һөйләй? Беҙҙә һәр кем, хатта бәләкәй бала ла “Уйыл” йырын башҡара белә.