-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Октябрь 2019, 17:46

Әҙип рухы йыйҙы ҡәрҙәштәрҙе

Мостай Кәримдең 100 йыллығы республикала киң билдәләнде. Тантанаға сит өлкәләрҙән, илдәрҙән бик күп ҡунаҡтар саҡырылғайны. Улар Мостай илендә алған тәьҫораттары менән бүлеште.

– Үҙенең яҡшы кешеләре һәм тәбиғәте менән әсир иткән Башҡортостан миңә матур һәм игелекле ил булып асылды. Уның киләсәге лә яҡты булыр тип ышанам, сөнки заман менән бергә атлаған белемле халҡы ла тарихына, мәҙәниәтенә һаҡсыл ҡарашта. Ә Башҡортостан ере үҙе лә төрлө мөмкинлектәргә бай.
Мостай Кәрим минең өсөн кешенең һәм кешелектең ябай, әммә мөһим төп хәҡиҡәт һәм һорауҙарҙы ябай һүҙҙәр аңлата белеүсе яҙыусы. Мостай евроазия идеяһын кәүҙәләндереүе менән дә миңә әһәмиәтле – ул төрки телендә ижад иткән, совет иле һәм совет халҡы өсөн ҡан ҡойған.
Эльчин Гусейинбейли, Әзербайжан Яҙыусылар берлеге рәйесе кәңәшсеһе, Әзербайжандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, яҙыусы, драматург, публицист:
– Өфөгә килеп, ҙур ҡыуаныс кисерҙем. Мине саҡырған ойоштороусыларға рәхмәтемде белдерәм. Башҡорттарҙың бай мәҙәниәтле халыҡ икәнен алдан да белә инем, хәҙер үҙ күҙҙәрем менән күреп инандым. Ҡунаҡтарға тәҡдим ителгән программа бай йөкмәткеле ине. Классик яҙыусының 100 йыллығын нисек тантаналы һәм юғары кимәлдә үткәреүҙәренә шаһит булдым. Барыһыла булды: халыҡ ижады, шиғриәт, рәсми сығыштар, Мостай Кәрим тураһында фильм да бик оҡшаны. Шағирҙың тыуған ауылына барыу ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Мәктәбе алдында ағас ултырттыҡ. Мин дә ҡатнаштым был сарала. Ағасымдың тамырланып үҫеп китәсәген беләм. Уның күләгәһе уҡыусыларҙың йөҙөнә төшөр. Улар ҙа Мостай һуҡмағынан атлап китер. Келәштәге халыҡ менән осрашыу, уларҙың йырҙарын тыңлау, бейеүҙәрен ҡарау оҡшаны. Башҡорт халҡының алсаҡлығы, ҡунаҡсыллығы сағылды Келәштәге осрашыуҙарҙа. Аш-һыуығыҙҙы бик яраттым. «Салауат Юлаев» һәм «Аҡ барс» хоккей командалары уйынын Өфөгә килеп күреү һәм ике туғандаш халыҡ уйынсылары өсөн янып-көйөү хәтергә мәңгелеккә уйылыр. Мин тыныслыҡ яҡлы, әммә бәйгелә һәр ваҡыт көслө еңеүсе була.
Киләсәктә әҙәби бәйләнештәрҙе нығытыу мөһим. Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшөргә, хәл-әхүәлдәрҙе белешеп торорға кәрәк. Тағы бер теләгем бар: дәүләт теле булараҡ, башҡорт теле йышыраҡ яңғыраһын ине. Сығыш яһаусылар русса һөйләне, аңлайым, был Рәсәй эсендәге республика, әммә үҙ телегеҙҙе онотмаһағыҙ ине.
Мостай Кәрим башҡорт әҙәбиәтен донъя аренаһына алып сыға. Уға ҡыҙыҡһыныу уята. Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған саралар, фильмдар, китаптар шуныһы менән дә әһәмиәтле.






Читайте нас: