Монументаль композиция Силәбе өлкәһенең Кәҫле ҡалаһында суйындан ҡойолған. Дүрт йыл элек иғлан ителгән конкурста билдәле скульптор Өлфәт Ҡобағошов еңгән һәм ул монументтың авторы ла. Аҡбуҙат һәйкәленең бейеклеге – биш, ҡанатының киңлектәре өс метр. Ул үҙенең формаһы буйынса – эпостағы Аҡбуҙаттың тулы күсермәһе һәм мөһабәтлеге менән ғорурлыҡ тойғоһо уятасаҡ, ти белгес.
Әле Бөрйән районында монументаль композицияны урынлаштырыу буйынса монтаж эштәре бара. Көҙ айҙарында халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған Аҡбуҙат, Урал батыр ере – Бөрйән районында үҙ урынын алыр тип ышанабыҙ.
Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән туризмға арналған кәңәшмәлә лә һүҙ булды. Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, Шүлгәнташ мәмерйәһенең инфраструктураһы ла туристарҙың талаптарына яуап бирмәй. Ике яҡлы шарттар өсөн берҙәм пландың булыуы мөһим. Әле Шүлгәнташ мәмерйәһен бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫына индереү эше Бөрйән районының социаль-иҡтисади үҫешендә лә ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Мәмерйәгә яҡын ауылдар, объекттар кеҫә телефоны һәм юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Уҙған йылда бер нисә ауылда юлдар төҙөлөшө башланған.