+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Октябрь 2019, 20:18

Университет студенттарын Мостай Кәрим бюсы сәләмләйәсәк

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыу йортоноң почетлы профессоры, халыҡ шағиры Мостай Кәримгә бюст асылды. Ул уҡыу йортоноң үҙәк фойеһында лайыҡлы урынын тапты. Авторы – күренекле рус скульпторы Юрий Солдатов.

Университеттың 17 почетлы профессоры бар. Шуларҙың тәүгеһе халыҡ шағирына бирелгән. Уҡыу йортон күренекле әҙибебеҙ менән оҙайлы ижади хеҙмәттәшлек ептәре бәйләгән. Бында Мостай Кәрим исемен йөрөткән аудитория бар. Бюст асыу тантанаһына арналған байрам саралары тап ошо иҫтәлекле залда үткәрелде.
– Шағир үҙенең халҡынан алда йөрөргә тейеш, тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе әйткән әҙиптең исемен мәңгеләштереү осраҡлы түгел,– тине БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.– Уҡытыусы, остазыбыҙ булған Мостай Кәрим уҡыу йорто тарихында һәр ваҡыт айырым урын биләне.
Шуныһы үҙенсәлекле,бюст асыу уңайынан студенттар менән осрашыуға Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, ейәне Тимербулат Кәримовтан тыш, әҙиптең ижадташ дуҫтары Сыңғыҙ Айтматовтың яҡташтары-Ҡырғыҙыстан, билдәле тажик яҙыусыһы Турсун-заденың тыуған яғы- Тажикистан вәкилдәре, Ҡалмыҡ, Ҡабарҙы-Балҡар республикаларынан сәләм юллаусыларҙың булыуы хайран итте. Улар сит республикаларҙа ла Мостай Кәрим исемен мәңгеләштереү буйынса алып барылған эштәргә туҡталды.
Шулай уҡ совет әҙәбиәтендә Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Давид Кугультинов кеүек феномен әҙиптәр, дүрт тағандың булыуын һағынып иҫкә алдылар.Уларҙың ҡаҡшамаҫ дуҫлығы хаҡында йөрөгән легендаларҙы бәйән иттеләр.
Осрашыуҙа “Һеңлекәш” фильмының төп геройы Йәмилде уйнаған Арыҫлан Ҡырымсуриндың шиғыр һөйләүе, университет студенттары тарафынан әҙерләнгән әҙәби тамаша был матур сараға тик йәм өҫтәне.

Читайте нас: