+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Октябрь 2019, 16:15

Шағирә Гүзәл Ситдиҡова төрлө ил ирекмәндәрен хайран иткән

Йыл һайын википедия хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың халыҡ-ара кимәлдәге саралары үткәрелә. Әйтергә кәрәк, башҡорт википедистарының да юзер- төркөмө бар. Бөгөн уның сафындағы кешеләрҙең 80 процентын ҡатын –ҡыҙҙар алып тора. Улар «Вики-өләсәйҙәр» хәрәкәтен булдырған. Нимә ул википедия һәм уның төрөмөнә ингән кешеләр нимә менән шөғөлләнә?

– Улар бөтөн доньяла булған мәғлүмәтте башҡортса яҙа. Глобальный энциклопедияның башҡортсаһы. Бөгөн инглиз википедияһында 50 млн мәҡәлә бар, рус телендә–1,5 млн, ә башҡорт телендә 50 мең самаһы, – ти проекттың авторы, кураторы, билдәле журналист Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова.
Ошо википедияла әүҙем эшләгән кешеләр, тауыш биреү ярҙамында төрлө илдәргә барып, халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу хоҡуғы ала. Билдәле шағирә Гүзәл Ситдиҡова ла Сербияла Үҙәк һәм Көнсығыш Европаның «Викимедия» ирекмәндәр конференцияһында ҡатнаша.
Шағирә сығышҡа башҡорт халҡының милли кейемендә сыға. Халыҡ-ара конференция инглиз телендә булғанға күрә, Гүзәл Ситдиҡова исеменән уның улы Илдус сығыш яһай.
Башвикилә «Вики-өләсәйҙәр» хәрәкәтенең килеп сығыуы хаҡындағы сығышты ҡатнашыусылар бик йылы ҡабул итә һәм Башҡортостан вәкилдәре менән фотоға төшөүселәр ҙә байтаҡ була.
Сығыштарға билдәле лингвист, башҡорт телен өйрәнеү методикаһы авторы Вячеслав Чернев аңлатма бирә.

Читайте нас: