«Беҙҙең бейеүселәр сит илдәрҙең төрлө иҫтәлекле урындарында сығыш яһауҙы модаға индерҙе. Улар бер кемгә лә ҡамасауламай, киреһенсә урындағылар бейеүселәрҙе төшөрә, шатланып ҡарай. Шулай булғас, иң яҡшы башҡорт бейеүенә мин шәхси приз иғлан итәм. Бейеүегеҙҙең һылтанмаһын ебәрегеҙ»,– тип яҙҙы ул үҙенең сәхифәһендә.