+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Октябрь 2019, 17:02

Әсәлек капиталының айлыҡ түләүҙәрен алыусылар һаны артҡан

Ағымдағы йылдың 9 айында республика ҡалалары һәм райондарында әсәлек капиталының айлыҡ түләүен алыу өсөн мең ғариза бирелгән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.

Барлығы 1635 ғаилә мөрәжәғәт иткән. Быйыл түләүҙәр күләме 9182 һум. Һуңғы 9 ай эсендә әсәлек капиталы иҫәбенә балалы ғаиләләргә 113 миллион һум аҡса йүнәлтелде тип белдерҙе Башҡортостан буйынса Пенсия фонды идаралығы рәйесе Фоат Хантимеров.
Айлыҡ түләүҙәрҙе алыу өсөн ғаризаны, бала йәш ярымға еткәс, төрлө ваҡытта яҙырға мөмкин. Бала тыуғас йәки уллыҡҡа алынғас, тәүге ярты йылда Пенсия фондына мөрәжәғәт итеүселәр уны бала тыуған ваҡыттан иҫәпләй. Ә алты айҙан һуң мөрәжәғәт итеүселәр әсәлек капиталының түләүҙәрен ғариза биргән көндән һанай. Аҡсалар әсәлек капиталы сертификаты хужаһының банктағы иҫәбенә күсерелә.
Айлыҡ түләүҙәрҙе алыу өсөн ғаризалар Пенсия фондының клиент хеҙмәте, сайттағы шәхси кабинет аша ла ҡабул ителә.
Читайте нас: