Әбйәлил районынан килгән Лилиә Зәбир ҡыҙы Мөхөтдинова йылҡысылыҡ хужалығын үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул 50 ат 85 һыйыр малы тотҡан хужалыҡтың тауар етештереү буйынса сифатлы һәм һөҙөмтәле эшләүен, алға ҡуйған тотҡан маҡсаттарын һөйләне.
Йыйында Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының аграр союзы төҙөлдө һәм уның етәксеһе итеп Туймазы районында 15 йыл колхоз рәйесе булып эшләгән Лилиә Кәбир ҡыҙы Кәшфуллина һайланды.
Форумда республиканың төрлө төбәктәренән йөҙгә яҡын гүзәл зат ҡатнашты. Улар осрашыуҙың рәсми булмаған өлөшөндә – сәй табыны артында ла бер-береһе менән яҡынданыраҡ танышырға, мөһим тәжрибәләре менән бүлешергә тырышты. Күренекле сәнғәт әһелдәре Рәйлә Аҙнаҡаева һәм Мәрйәм Солтанова менән бергәләшеп йырҙар башҡарыу ҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.