+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Октябрь 2019, 01:40

Аслыҡ иғлан иткән музыкант

Билдәле музыкант һәм дирижер Рөстәм Сөләймәнов Өфө үҙәгенең Артквадрат ижади киңлектәрендә аслыҡ иғлан итте.

Музыкант белдереүенсә, ете көнлөк акция ваҡытында ул скрипкала башҡорт көйҙәрен башҡарасаҡ. Был концерт– марафонды дирижер башҡорт милли мәҙәниәтенә иғтибар йүнәлтеү тип аңлатты.


Ошо арауыҡ эсендә Рөстәм Сөләймәнов махсус ҡуйылған быяла тирмәлә ултырасаҡ һәм халыҡ көйҙәрен башҡарасаҡ. Музыкант тулыһынса һыуҙан һәм аҙыҡтан баш тартҡан һәм аҙна аҙағына тиклем ашап –эсеүҙән тыйылып торасаҡ.


Ошо ваҡиғаны ул Башҡортостандың 100 йыллығына арнаған. Рөстәм Сөләймәновтың сәләмәтлеге табиптар күҙәтеүе аҫтында.

Фото: ТАСС.

Читайте нас: