+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Октябрь 2019, 13:55

Республика һанлы телевидениеға күсә

Бөгөн Башҡортостанда көн дауамында һанлы телевидениеға күсеү этабы башланды. Тейешле ҡорамалдарға күсеп өлгөрмәгән кешеләр өсөн экранда мәғлүмәт ролигы күрһәтелә. Кәрәкле информацияны шунан да алырға мөмкин.

Телевидение өлкәһендәге реформа республика халҡының яҡынса 20 процентына ҡағыла. Кешеләрҙең 60 проценты кабель телевидениеһы менән файҙалана. Улар өсөн үҙгәреш булмаясаҡ. РТРС сайтында һанлы телевидение сигналын тотмаған төбәктәр исемлеген дә ҡарарға мөмкин: «Беҙҙә кабель сигналын тотмаған бер нисә төбәк бар. Уларға спутник ҡорамалын һатып алыу мөһим», – тине Башҡортостандың Киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов.
Аҙ тәьмин ителгән граждандарға, йәғни балалар өсөн пособие, пенсия аҡсаларына федераль социаль өҫтәлмә алған хаҡлы ялдағыларға һанлы һәм спутник ҡоролмалары алыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Республиканың 8 мең гражданы ярҙам алған. Ике мең кеше приставка алыуға компенсация һорап тейешле органдарға мөрәжәғәт иткән.
Башҡортостан халҡы төрлө һорауҙар менән ҡыҙыу линияға йә ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә ала. Уның номеры 8 (800)347 00 55.
Читайте нас: