+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Октябрь 2019, 16:24

Ирекмәндәр ярҙамға килә

Бөгөн 20 федераль канал буйынса аналог телевидениеһының эше туҡтатылды. Башҡортостанда кешеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса иң ҙур ирекмәндәр армияһы эшләй. Дүрт мең кешенән торған төркөм тәү сиратта оло йәштәге һәм аҙ хәрәкәттә булған граждандарға һанлы ҡоролмаларҙы ҡуйыуҙа булышлыҡ итә.

Кешеләрҙән заявкалар 8(800)347 00 55 ҡыҙыу телефон линияһы аша ҡабул ителә. Бынан тыш РТРС-тың айырым ҡыҙыу телефон линияһы эшләй. Кәңәштәр кәрәк булһа, 8 800 220 20 02 телефонына шылтыратырға ла мөмкин.
Читайте нас: