2024 йылға тиклемге эш стратегияһы һәм программаһы
Иң мөһиме беҙ республиканың артабан ниндәй юлдар менән үҫешеүе, алға ҡуйылған маҡсаттар тураһында беләбеҙ. 2024 йылға тиклем Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше тураһында эш стратегияһы һәм программаһында был турала аныҡ билдәләнгән.
Ул Рәсәй президенты Владимир Путиндың «май» указдарының дауамы булараҡ ҡабул ителде.
2019 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостан иҡтисадына 106 миллиард һум самаһы һалынған, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда үҫеш 13,6 процент тәшкил иткән. Айырыуса төҙөлөш өлкәһендә, ауыл хужалығында һәм эшкәртеүсе производстволарҙа әүҙемлек күҙәтелә.
«Алға, Башҡортостан!» әүҙем инвестициялар клубы үҙ эшен башланы.
Ул – эксперттар менән тығыҙыраҡ эшләү, яңы идеялар тыуҙырыу, ҡарарҙар ҡабул итеү, республикала эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу тураһында тәҡдимдәр әҙерләү өсөн майҙансыҡ.
Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысындағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы ғәмәлгә ашырыла. Мотлаҡ эштәр араһында – пластик тәҙрәләр, ишектәр ҡуйыу, беренсе ҡаттағы иҙәнде көпләү, стеналарҙы буятыу, энергияны һаҡсыл ҡулланған яҡтыртҡыстар, яңы почта йәшниктәре ҡуйыу. Өфөлә, мәҫәлән, 2019 йылда бөтәһе 444 күп фатирлы йорттағы 1288 подъезды ремонтлау күҙаллана.
2019 йылда «Башҡортостан ихаталары» программаһы ярҙамында 404 ихатаны төҙөкләндерелде. Улар 300 мең кеше йәшәгән 895 күп фатирлы йортто үҙ эсенә ала. Республика ҡаҙнаһынан 1,7 миллиард һум бүленде.
Киләһе йылдан республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә Башҡортостан Башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Был ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе республика Башлығы фондынан финанслау ҡарала. Бындай ихаталарҙы муниципалитетта йәшәүселәр тауыш биреү юлы менән үҙҙәре билдәләй.
Бер ихатаға 5 миллион һум бүленә.
Халыҡҡа транспорт ярҙамы күрһәтеү тамырынан үҙгәртелде. Республиканың берҙән-бер дәүләт ташыусыһы - «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы өсөн 527 автобус һатып алыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 2,1 миллиард һум бүленде. 2020 йылда был маҡсатҡа 433 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана.
Хәҙер ҡала һәм район-ара маршруттарҙа заманса автобустар йөрөй.
«Алға» транспорт картаһын
1 июлдән «Алға» берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә индерелде. 60 минут эсендә икенсе автобусҡа күсеп ултырған хәлдә уның менән файҙаланыусылар өсөн артабанғы юл йөрөү хаҡы нулгә тиң.
1 октябрҙән иһә Өфөлә «Алға» берҙәм транспорт картаһы эйәләренең бер сәғәт эсендә өҫтәп түләмәйенсә «Башавтотранс» автобустарынан һәм муниципаль электр транспортынан Дим – Шакша станциялары араһында йөрөгән ҡала яны поездарына күсеп ултырыу мөмкинлеге бар.
Йәштәргә ярҙам итеү өсөн грант
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәләтле йәштәргә ярҙам итеү өсөн грант булдырҙы. Указға ярашлы, музыка, театр, һынлы һәм хореография сәнғәте өлкәһендә һәләтле йәштәргә 50 миллион һум күләмендә республика Башлығы гранты тапшырыла.
Грант, 2019 йылдан башлап, йыл һайын бүленә.
Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы
Башҡортостанда республика башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы булдырылды.