+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Октябрь 2019, 14:13

Ишембай ҡалаһында матбуғатҡа яҙылыу көнө үтә

Бөгөн Ишембай районында гәзит-журналдарға яҙылыусылар көнө үтә. Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайында ойошторолған сара республика көнөнә лә арналған. Төп залда “Башкортостан ҡыҙы” журналы, “Башҡортостан” гәзите, урындағы “Торатау” һәм “Восход” баҫмалары ҡатнаша.

Яҙылыусылар көнө матур концерт менән үрелеп бара, ҡаланың һалым, пенсия фондтары, торлаҡ коммуналь хужалығы хеҙмәттәре халыҡҡа төрлө хеҙмәт күрһәтә.

Ишембай почтамтының яҙылыу бүлеге етәксеһе Инира Төхвәтуллина билдәләүенсә, “Башкортостан ҡыҙы” журналына ишембайҙар әүҙем яҙыла. Районда йылда яҡынса 300 кеше баҫмабыҙға яҙыла. Айырыуса Этҡол ауылы халҡы әүҙем.

Читайте нас: