+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 16:33

Вячеслав Стрижевский фотоларында – Мостай Кәрим

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,ваҡытында республиканың рус драма театры директоры йөгөн тартҡан Вячеслав Стрижевскийҙың хеҙмәт юлының башы тап «Башҡортостан ҡыҙы» журналы менән бәйле. Баҫманың тәүге фотографы булараҡ 1968 йылда Стрижевскийҙың беренсе фотоһы журнал тышлығын биҙәй (иҫтәлектәре баҫманың 2017 йылғы 4 һанында баҫылып сыҡҡан). Һуңынан ул Рәми Ғариповтың еңел ҡул арты менән Аҡман- Тоҡман псевдонимын ала. Фотограф булараҡ ул «Башҡортостан ҡыҙы»журналы хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай.

Ошо көндәрҙә Вячеслав Стрижевский үҙенең оҙайлы һәм емешле хеҙмәт юлының мөһим йомғағын тамашасылар иғтибарына алып сыҡты. Өфөнөң Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында уның күренекле әҙибебеҙ Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған фото күргәҙмәһе асылды. «Мостай менән осрашыу» тип аталды ул.
Фотограф Мостай Кәримде 1965 йылдан уҡ төшөрә башлай. Тәүге фотонан алып ошо көнгәсә бер кеше ғүмереләй ваҡыт үтеп киткән. Стрижевскийҙың фотоһында әҙип төрлө осорҙарҙа һынланған. Уның йәш, көслө сағы ла, ғаиләһе менән йәшәгән бәхетле мәлдәре лә, ижад иткән ваҡыттарының иң юғары нөктәһе, уның бөйөклөгө лә һәм Мостай Кәримдең ғүмер көҙө лә фотограф иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Ярты быуат буйы йыйылған ижади багаж, оло бер шәхестең бөтә ғүмер йылын һынландырыу, уны алдан күҙаллау өсөн дә үҙенсәлекле ҡараш кәрәк:
– Ошо рәсемдәр беҙгә, үткәндәргә ҡайтырға мөмкинлек бирә. Ғүмер – ул бер мәл генә. Мин фотолар ярҙамында уны туҡтатырға теләнем. Бөйөк кешенең, замандашыбыҙ, халыҡ шағирының образын вариҫтарға ҡалдырыуҙы үҙемдең төп бурысым тип һананым, – ти Вячеслав Стрижевский – Уны тәүге төшөргән фото тарихы әле лә хәтеремдә. Ул ваҡытта фото килеп сыҡманы ла, мин уның өйөнә яңынан барҙым. Шунда хәтерләйем, Мостафа Сафа улы күлдәген кейеп тора, үҙе мине йыуата: «Бик борсолма, яңынан төшөрөрһөң, оҫта ҡулында балсыҡ та ауыртыу һиҙмәй ул». Был бит үҙе бер шиғриәт. Мостай ябай ғына итеп һөйләшә белмәй ине. Уның һәр бер әйткән һүҙе аҡыл, моң...
Үҙенсәлекле фото күргәҙмә 10 ноябрға тиклем эшләйәсәк.
Вячеслав Стрижевский менән ҡыҙыҡлы әңгәмәне журналдың октябрь һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: