+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
4 Октябрь 2019, 18:42

Бергә булайыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Бөгөн Өфөлә Киң мәғлүмәт сараларына яҙылыусылар көнө үтте. Матбуғат йорто алдында ойошторолған байрамда республиканың төрлө баҫмалары, гәзит-журналдарҙы яратып уҡыусылар, почта хеҙмәткәрҙәре, арҙаҡлы шәхестәр, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр геройҙары ҡатнашты. Журналистар коллективтары матур биҙәлгән өҫтәлдәргә үҙ баҫмаһының күргәҙмәһен ҡуйҙы, уға яҙылыу ойошторҙо.


Шулай уҡ байрамға йыйылға өфөләрҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто етәксеһе Венера Хәкимова тәбрикләне. Сара билдәле сәхнә йондоҙҙары, һәүәҫкәр үҙешмәкәр оҫталар һәм коллективтар сығышы менән үрелеп барҙы. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, 1978-1999 йылдарҙа баҫманың баш мөхәрирре вазифаһын биләгән Гөлфиә Юнысова һөйләне, ә “Селтәр” башҡорт халыҡ кейеме студияһы һәм Хәйбулла районынан үҙешмәкәр композитор, йырсы һәм баянсы Гөлфиә Хәләфетдинова уға йыр бағышланы.

Байрам аҙағында бүләктәр уйнатылды.

Бөгөндән ваҡытлы матбуғатҡа ташлама менән яҙылыу декадаһы башланды. Гәзит-журналдарға 13 октябргә тиклем 10 процентҡа арзаныраҡҡа яҙылырға мөмкин.

Хөрмәтле журнал уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙға яҙылығыҙ, уны таратығыҙ! Бергә булайыҡ, бергә ҡалайыҡ.
Читайте нас: