+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Октябрь 2019, 17:09

«Башҡортостан ҡыҙы» хөрмәтле ветерандарын ҡотланы

Осрашыуға төрлө йылдарҙа баш мөхәррир булып эшләгән гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, журнал эшенән тыш, дәүләт вазифаларын биләгән Гөлфиә Юнысова, Йомабикә Ильясова, баҫманың даими авторы, халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, журналға 40 йыл хеҙмәтен бағышлаған Рәйсә Ҡыуатова, Наилә Саҙрыева, Роза Зиннәтшина, Гөләрә Миңлеғоловалар килде.

Ҡатын-ҡыҙҙар яратып уҡыған, һәр йортта көтөп алынған баҫмаһынның инеш башы ошо кешеләрҙең тынғыһыҙ хеҙмәтенә бәйләнгән. Ветерандар журналда халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, тәүге мөхәррире, балалар яҙыусыһы, шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың эшләгән осорҙы, журналға халыҡ шағиры Мостай Кәрим, башҡа арҙаҡлы яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың килгән ваҡыттарын йылы хәтирәләр менән иҫкә алды. Айырыуса, Рәми Ғариповтың журнал эшен ойоштороусы булыуы, уның коллегаларына ҡарата хәстәрлеге, атайҙарса мөнәсәбәте, иғтибарлылығын әле лә хәтерләгән апайҙарыбыҙ бар. Хәҙер инде республика әҙәбиәтенең бер маяғы булып балҡыған шағирҙы күреп белгән ветерандарыбыҙҙың булыуына, улар һөйләгән хәтирәләрҙе ишетә алыуыбыҙға сикһеҙ шат булдыҡ. Йыл һайын, ололар көнөндәге осрашыу традицияһы быйыл да йәнле аралашыу, йылы сәй табыны артында үтте. «Башҡортостан ҡыҙы»ның баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева ветерандарға ярты йылға журналға яҙылыу сертификатын бүләк итте.

Читайте нас: