-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Октябрь 2019, 10:44

«Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында күргәҙмә-йәрминкә ойоштора

2-6 октябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында китап продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора. Ул республиканың 100 йыллығына һәм «Китап» нәшриәтенең 100 йыллығына арналған «Башҡорт китабын — Башҡортостан Республикаһының 100 тораҡ пункты уҡыусыларына» акцияһының һуңғы этабы була.

Уҡыусыларға 2019 йылда китап нәшриәтендә донъя күргән республиканың тарихы, мәҙәниәте, тәбиғәте, күренекле эшмәкәрҙәре хаҡында яңы китаптар тәҡдим ителә.
Октябрҙә күргәҙмә-йәрминкәне түбәндәге тораҡ пункттарҙа уҙғарыу күҙаллана:
3 октябрҙә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы баҙарында;
4 октябрҙә Йылайыр районының Йылайыр ауылы баҙарында;
5 октябрҙә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы баҙарында;
6 октябрҙә Баймаҡ районының Баймаҡ ҡалаһында Үҙәк баҙарҙа.
Белешмәләр өсөн телефон: (347) 246-09-55.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева.
Читайте нас в