Форумда Башҡортостан өсөн мөһим байтаҡ темалар ҡаралды. Мәҫәлән, урындағы иҡтисадҡа шәхсән инвестициялар йәлеп итеү, ғаилә һәм социаль эшҡыуарлығын үҫтереү, интернет аша урындағы тауарҙы һатыуҙы киңәйтеү, дәүләт менән идара итеү эшенә йәштәрҙе ылыҡтырыу, ШОС һәм БРИКС дәүләттәрендә бизнес алып барыуҙы хәүефһеҙ итеп ойоштороуҙың мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.