Әлеге мәлдә республиканың һалым органдары граждандарға ҡағыҙҙа һәм электрон һалым белдереү хаттары ебәрә. Дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлгәндәр һалым буйынса мәғлүмәт менән шәхси сәхифәләрендә таныша ала. Ҡалған граждандарға хат теркәлеү адресы буйынса Рәсәй почтаһы аша киләсәк.
Һалымды онлайн Дәүләт хеҙмәттәре сайтында шәхси сәхифә, банк йәки түләү терминалы, телефондағы мобиль ҡушымта аша, Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә түләргә мөмкин.
Ваҡытында түләнмәгән һалым осрағы сит илгә сығыу, мөлкәткә арест һалып, мәжбүри түләтеүгә килтерергә мөмкин.