Бөтә яңылыҡтар
1 Октябрь 2019, 11:36

“Инцидент” ярҙамға килә

2019 йыл башынан “Инцидент” системаһы аша килгән 53 мең мөрәжәғәт хәл ителгән. Улар юл, торлаҡ-коммуналь хужалығы, йәмәғәт транспорты, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, төҙөкләндереү һәм экология өлкәләренә ҡағылған. Мөрәжәғәттәрҙең һәр береһе урындағы һорауҙарҙы ваҡытында хәл итергә ярҙам иткән.

Ә аныҡ һорауҙарға килгәндә, кешеләрҙең яуаплылығы арҡаһында Илеш районы Ҡужбаҡты ауыл советына ҡараған Восток ауылында законһыҙ сүп-сар ҡалдыҡтары урыны ябылған, Дүртөйлө районы Иванаево ауылында хәүефле күпер кәртәләнгән, Миәкә районы Өйәҙе йылғаһы аша сыҡҡан юл төҙөкләндерелгән. Нефтекама ҡалаһында ҡатлы йорттарҙағы пандустар ҙа кешеләрҙең мөрәжәғәтенән һуң ҡайтанан төҙөкләндерелгән.
Инцидент системаһы хәүеф тыуҙырған объекттарҙы ваҡытында хәл итергә, йылдар буйы ятҡан проблемаларҙы өҫкә сығарырға ярҙам иткәнә.
Читайте нас: